Приветствую Вас Гость
Форма входа
Сертификат

Сертификат о публикации

Родной язык, литература - Выступления


Главная » Предметы » Родной язык, литература » Выступления


Выступление «Технология современного урока башкирской литературы», Родной язык (башкирский язык)

Выступление «Технология современного урока башкирской литературы», Родной язык (башкирский язык).

Автор: Садикова Айгуль Альфретовна

Йөкмәткеһе
Инеш ........................................................................................................................2
Яңы технологиялар..................................................................................................4
Уҡыусыларҙың үҫеш дәрәжәһенә йоғонто яһаусы инновацион педагогик технологияларҙың эффектлылығы.......................................................................10
Йомғаҡлау..............................................................................................................13
Ҡулланылған әҙәбиәт............................................................................................15

Инеш
XXI быуат кешенең көндәлек йәшәйешенә инновацион технологияларҙың тулыһынса үтеп кереүе менән башланып китте. Был белем биреү сфераһын да ситләтеп уҙманы. Бөгөн белем биреү системаһын камиллаштырыу, белем сифатын үҫтереү юлдары эҙләнелә. Сөнки йәмғиәткә талантлы, ижади фекерләй, аралаша белеүсе, инициативалы граждандар һорала. Шуға күрә хәҙерге осорҙа һәр мәктәптең педагогик коллективы уҡытыу - тәрбиә эшенә яңылыҡ кертергә тырыша. Башлап йөрөүсе мөғәлимдәр уҡыусыларҙың ижади активлығын үҫтереүгә һəм тәрбиәләүгә ныҡ иғтибар итәләр.
Бөгөнгө инновацион мәктәп – шәхескә, уны үҫтереүгә йүнәлтелгән уҡыу йорто. Заманға яраҡлы ижади шәхес тәрбиәләү – мәктәп уҡыу-уҡытыу процессы алдында торған төп бурыс. Быны хәл итеү өсөн дәрестәрҙең нәтижәле уҙыуы мөһим. Хәҙерге заман дәресе проблемалы ситуацияларҙан, мәғлүмәти технологияларҙан башҡа үҫтерелешле була алмай. Бының өсөн дәрес һәм уҡытыу процессы яңыртылырға һәм уның эволюцияһына ярҙам итә торған күп кенә яңы алымдар, саралар ҡулланыу мөһим.
Уҡытыу процессына яңылыҡ кертеү өҫтөндə эш XIX быуатта уҡ Америка ғалиме Джеймс Боткин тарафынан башлана. Һуңғы йылдарҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытҡанда ла төрлө маҡсаттарҙан сығып, заман технологияларын ҡуллана башланылар. Ләкин был өлкә әле тейеш кимәлдә өйрәнелмәгән, эштәр байтаҡ. Шуға күрә фəни хеҙмəтебеҙҙең темаһын актуаль тип һанайбыҙ.
Фəни эштең өйрəнеү объекты итеп уҡыу-уҡытыу процессы, ә тикшереү предметы – əҙəбиәт дәрестәрендә заман технологиялары алынды.
Фəни хеҙмəтебеҙҙең маҡсаты – əҙəбиәт дәрестәрендә заман технологияларын ҡулланыу мөмкинлектәрен асыҡлау.
1980 йылдарҙан башлаған мәктәп реформаһы уҡыу-уҡытыу барышына үҙгәрештәр керетеүҙе күҙ уңында тота. Барыһынан да бигерәк, синыф-дәрес рамкаларын күҙ уңында тотоп әйтелә торған “традицион уҡытыу” менән йәнәшә мәктәпкә яңы технологиялар, инновацион дәрестәр күберәк инеп керә. Яңылыҡ яҡлылар традицион уҡытыуҙың фәлсәфәүи нигеҙен мәжбүр итеү педагогикаһы тәшкил иткәнлеккә, уның мәғлүмәт биреүгә йөҙ тотоуына, балаға яҡын килеү яғынан авторитар (талап итеү педагогикаһы) булыуына, өҫтөнлөк алған ыҫул булараҡ аңлатыу- күрһәтеүгә мөрәжәғәт итеүенә баҫым яһайҙар.
Яңы технологиялар айырым шәхескә белем биреү, уны тәрбиәләү һәм үҫтереү маҡсаттары ҡуя. Фәлсәфәүи нигеҙ итеп улар гуманлыҡ, балаға яйлашыуҙы һанайҙар. Уҡыу-уҡытыуҙың характеры яғынан, донъяуи белем биреү, айырым бер осраҡтарҙа уны дини компоненттар менән байытыу күҙ уңында тотола. Уҡытыуҙы ойоштороу ҙур булмаған төркөмдәрҙә алып барылырға тейеш. Синыф-дәрес ҡыҫалары ла кире ҡағылмай.

Яңы технологиялар

"Педагогик технология" төшөнсәһе өс йүнәлештә ҡулланыла.
1. Фәнни: педагогик технологиялар - педагогика фәненең үҙенсәлекле уҡытыу маҡсаттарын, йөкмәткеһен, методтарын тәғдим итә һәм өйрәнә торган өлөшө.
2. Аңлатыу: уҡытыуҙың күҙҙә тотола торған нәтижәлелегенә ирешеү өсөн хеҙмәт итә торған маҡсаттар, йөкмәтке, метод һәм саралар берлегенең ҡулланылыу барышын аңлатыу.
3. Хәрәкәт: технологик (педагогик) процессты ғәмәлгә керетеү тәртибе.
Педагогик технология уҡытыуҙың иң нәтижәле юлдарын эҙләүсе фән тармағы мәғәнәһендә лә, уҡытыуҙа файҙаланырға тәғдим ителә торған принциптар, ыҫулдар, саралар берлеге төҫөндә лә, уҡытыу процесы кеүек тә аңлашыла. Ул ғөмүм педагогик масштабтарҙа ла, айырым методикаларҙа ла, уҡыу-уҡытыу барышының кескенә аралығына мөнәсәбәтле лә ҡулланыла.
Педагогик технологиялар уҡыу-уҡытыу процессы, уҡытыусы һәм уҡыусы эшсәнлеге менән бәйләнгән, уның структураһын, ыҫулдарын, формаларын камилләштереүгә йөҙ тота. Һәр педагогик технологияның өс өлөшө була: концептуаль нигеҙе, идеяһы, йөкмәткеһе, йәғни уҡытыуҙың ғөмуми һәм конкрет маҡсаттары, уҡытыу материалының йөкмәткеһе, технологик барыш - уҡыу - уҡытыу процесын ойоштороу, уҡыусы эшсәнлеген һәм уҡытыусы эшсәнлеген хасил итеүсе ыҫул һәм формалар һ. б. Һуңғы йылдарҙа бик күп яңы педагогик технологиялар тәғдим ителде. Күп кенә ғөмуми белем биреү ойошмалары һайлау алдында тора. Был авторлыҡ мәктәптәре, яңы тип уҡыу йорттары: лицей, гимназиялар асылыу менән бәйле. Педагогика фәнендә яңы технологияләрҙе төркөмләүҙәр ҙә бар. Әҙәбиәт предметына яҡын килә торған, ошо предметҡа алып килеү мөмкинлеге булған технологияларҙы ҡарайыҡ.

Хеҙмәттәшлек педагогикаһы. 1980 йылдарҙа совет мәктәбенең иң яҡшы традицияларын (С.Т.Шацкий, В.А.Сухомлинский, А.С.Макаренко) һәм педагогика фәненең уңыштарын (К.Д.Ушинский, Л.Н.Толстой, Я.Корчак һ. б.) йыйып, ғөмумиләштереп, бер төркөм педагогтар тәғдим итә. Хәҙерге "Россия Федерацияһендәге ғөмум белем биреү концепцияһы" шуға нигеҙләнә. Уның йөкмәткеһе өлкәндәр һәм балаларҙың бергәләп үҫеүе, үҙ ара аңлашыу һәм рухи тәңгәллеккә ынтылыу, уҡыу-уҡытыу йөкмәткеһенең барышын һәм нәтижәләрен бергәләп анализлау кеүек аңлатыла. Ул уҡытыусы һәм уҡыусы мөнәсәбәттәрен үҙгәртеүҙе күҙҙә тота. Традицион педагогикала уҡытыусы-педагогик барышның субъекты, ә уҡыусы-объекты булараҡ ҡарала. Яңы технологияла был уҡыусыны ла субъект итеп ҡарау кәрәклеге хаҡындағы ҡағиҙә менән алыштырыла. Шуға күрә педагогик барышта ике субъект бергәләп эшләргә, хәрәкәт итергә, дуҫлыҡ һәм хезмәттәшлек мәнәсәбәттәре урнаштырырға тейеш булалар. Хеҙмәттәшлек педагогикаһында 4 йүнәлеш айырып сығарыла:
- балаға гуманлы-шәхси яҡын килеү;
- активлаштырыусы һәм үҫтереүсе дидактик комплекс;
- тәрбиә концепцияһе;
- әйләнә-тирәне (мәктәп, ғайлә, тирәдәге кешеләр) уҡытыу-тәрбиә эшенә тартыу.

Ш.А.Амонашвили технологияһы. "Тормош мәктәбе" тип исемләнгән был концепцияне күренекле грузин педагогы, академик Ш. А. Амонашвили башланғыс мәктәп өсөн тәғдим итә. Ул донъяуи уҡытыуҙы дини мәҙәниәт элементтары менән ҡушып алып барыуҙы күҙҙә тота. Технологияның йөкмәткеһендә төрлө предметтар уҡытыу методикаһына ҡағылышлы ҡағиҙәләр бар. Әҙәбиәткә мөнәсәбәтле, уҡыуҙы танып белеү менән ҡушыу, уҡыу-яҙыу эшсәнлеген бергә үҫтереү, лингвистик тойомлау тәрбиәләү, уҡыусыны көндәлек эшсәнлекте планлаштырыуға өйрәтеү, ҡыйыулыҡ һәм сыҙамлылыҡ тәрбиәләү, аралашыу культураһы булдырыу, әйләнә-тирәләге матурлыҡты күрергә өйрәтеү. Уҡыу-уҡытыу эшсәнлеген билгеле бер тәртиптә ойоштороу менән бергә, гуманлылыҡ, һәр балаға шәхси яҡын килеү, аралашыу оҫталығы, ғайлә резервтарына мөрәжәғәт итеү алға сыға.

Е.Н.Ильин системаһы. Был технологияның йөкмәткеһе предметтың үҙенсәлектәреннән үҫеп сыға. Мәктәп программаһына кергән әҙәби әҫәрҙәр бик күп әхләки проблемалар күтәрә. Ошо һорау-проблема дәрестең үҙәген тәшкил итергә тейеш: һорау уҡыусы өсөн актуаль, әһәмиәтле, уға ҡағылышлы булһын; уға яуап эҙләү әҫәрҙе ентекләп уҡыуҙы, дәреслек һәм өҫтәмә әҙәбиәт менән танышыуҙы, әҫәрҙең яҙылыу тарихын һәм яҙыусы биографияһын асыҡлауҙы талап итһен. Уҡытыу процессы бындай төзөлөш кеүек күҙаллана: шәхси тәжрибәнән - әҙәби әҫәр анализлауға - унан китапҡа. Ул уҡыусыны әҙәби әҫәргә деталь, һорау, проблема аша яҡынайтыуҙы талап итә. Әҙәбиәт дәресе:
- кеше формалаштырыусы процесс, аралашыу дәресе, эш кенә түгел, сәнғәт, тормошоноң үҙе;
- бер шаршаулы спектакль, укытыусы һәм уҡыусының бергәләп ижад итеүе;
- асыштар яһау;
- уҡытыусы менән уҡыусының ижади нигеҙҙә, рухи тигеҙлектә, шәхес-ара аралашыуҙа бергәләп эшләүе.
Шулай итеп, был технология, бер яҡтан, бары тик уҡытыу предметының нигеҙен тәшкил иткән фәнде үҙләштергәндә генә, уҡыусылар бергәләп юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелеү мөмкин икәнлекте билгеләй. Икенсе яҡтан, әҙәбиәттең үҙ әхләки, гуманлылыҡ потенциалын тулы килеш файҙаланыу кәрәклеген күрһәтә. Өсөнсөнән, әҙәбиәт дәресен сәнғәт закондарына ҡороу хаҡында һүҙ алып бара. Уныңса, әҙәбиәт предметынан белем биреү - шул уҡ тәрбиә эше ул. Шуға күрә уҡыусы ҡаршына дәрес темаһы менән генә түгел, үткен проблема менән килергә кәрәк. Белем аралашу ярҙамында үҙләштерелә ала. Уҡытыусының һүҙҙе хис менән ҡуша алыуҙы әҙәбиәт предметы өсөн бик тә әһәмиәтле. Шуға ла, автор фикеренсә, әҙәбиәт уҡытыусыһы рәссам да, табип та булырға тейеш.

Проблемалы уҡытыу. Проблемалы уҡытыу педагогик процессты уҡытыусы етәкселегендә уҡыусыларҙың проблемалы ситуацияларҙы шишеүгә йүнәлтелгән эшсәнлеге булараҡ ҡарай, шуның нәтижәһендә белемдәр үҙләштерелә, күнекмәләр формалаштырыла, фекерләү үҫә. Проблемалы уҡытыу материалды проблемалы ситуациялар төҫөндә тәғдим итеүҙе һорай. Проблемалы ситуация уҡыусыны активлаштырыусы эш-ғәмәлдәр, һорауҙар ярҙамында тыуҙырыла. Уҡытыусы уҡыусыларҙы ҡаршылыҡлы күренеш менән таныштыра, уны шишеү юлын табырға тәғдим итә. Бер күренешкә төрлөсә яҡын килеү юлдары билгеләнә, һорауҙар ҡуйыла, проблемалы биремдәр бирелә. Проблеманы шишеү барышында уҡыусылар яңы белемдәрҙе үҙләштерәләр, мәғлүмәт алалар. Проблемалы уҡытыу технологияһын ғәмәлгә ашырыу өсөн: иң үткен мәсьәләләрҙе һайлап алыу, уҡытыуҙың проблема тыуҙырыуға ҡоролған моделен төҙөү, уҡытыусының оҫталығы, уҡыусыны активлаштыра алыуы кәрәк.

В.Ф.Шаталов технологияһе. Был уҡытыуҙы камилләштереүҙә схемалар һәм терәк билгеләргә таяна. Технология бернисә принципҡа нигеҙләнә:
- материалды күп тапҡырҙар ҡабатлау, һәр үҙләштереү этабын көслө күҙәтеү контрольдә тотоу;
- материалдың үҙләштереү өсөн ауыр формала тәғдим ителеүе;
- эре блоктар менән өйрәнеү;
- терәк материалға таяныу;
- һәр уҡыусыға шәхси яҡын килеү;
- гуманлылыҡ (һәр бала талантлы!);
- мәжбүр итмәйсә уҡытыу;
- конфликтһыҙ уҡытыу, һәр баланың уңышын билгеләп, бәйәләп барыу, үҫеш юлдарын алдан күрһәтеп эшләү;
- уҡытыу һәм тәрбиә берлеге.
Уҡыу-уҡытыу процессы яңы материалды класта таҡта янында аңлатыу, яңынан бер ҡат терәк конспект-плакат ярҙамында аңлатыу, уны тағын бер тапҡыр күҙҙән кисереү, уҡыусыларҙың үҙ конспекттары менән эшләүҙәре, нығытыу. Өйгә мөстәҡил эш уҡытыусының анлатҡанын конспект аша иҫкә төшөрөү, китаптан әлеге материалдың бирелеше менән танышыу, уҡығанды конспект менән сағыштырыу, дәреслек материалын конспект ярҙамында һөйләп ҡарау, конспектты иҫтә ҡалдырыу, иҫтә ҡалдырғанды яҙып ҡарау һәм конспект менән сағыштырыу. Беренсе ҡат ҡабатлау: класта конспектты яттан ҡабатлау, уҡытыусының тикшереүе, башта яҙма унан телдән, икенсе ҡат ҡабатлау: зачет һорауҙары нигеҙендә әҙерләнеү, таҡта янында яҙма, телдән, үҙ-ара һорашыу, дөрөҫләргә ярҙам итеү, уйын элементтары кертеү, контроль, билге ҡуйыу.

"Мәҙәниәттәр һөйләшеүе" технологияһы. Технологияла һөйләшеү ике яҫылыҡта файҙаланыла: уҡытыуҙы ойоштороу формаһы; предметты ҡабул итеү. Ул уҡыусының аң һәм фекерләү мөмкинлекләрен һөйләшеүгә әҙерләй, уны "мин-минлек", рационализымынан аҙат итә, уҡытыу предметын бер-берһенә оҡшамаған мәҙәниәттәр һөйләшеүе итеп ойоштора. Был технологияне тәғдим итеүселәр фекеренсә, теләһә ҡайһы шәхестә һөйләшеүгә ынтылыш, аралашыу ихытяжы бар. Әлеге технология уҡытыу материалын уҡыусы өсөн йомаҡ итеп күҙаллау һәм шул йомаҡтың шишелеш моменты хәтерҙә нығытылыу өсөн уңай булыу менән билгеләнә. Һүҙ-йомаҡ, тарих-йомаҡ һ. б. - бына былар дәрес-һөйләшеүҙәрҙең йөкмәткеһен билгеләй.

Үҫтерелешле уҡытыу технологиялары. Был технологиянең йөкмәткеһе бер нисә законсылыҡ, "ғөмүмиләштереү" менән билгеләнә. Ғөмүмиләштерүҙәр:
1) үҫтерелешле уҡытыу - яңы, актив-эшлекле уҡытыу төрө, ул аңлатыу -күрһәтеүгә королған уҡытыуға алмашҡа килә;
2) үҫтерелешле уҡытыу уҡыусының үҫеш законсалыҡтарын иҫәпкә ала, шәхестең үҙенсәлектәренә яраҡлаша;
3) бала педагогик эшсәнлектең тулы хоҡуҡлы субъекты булып тора;
4) үҫтерелешле уҡытыу баладағы барлыҡ сифаттарҙы ла үҫтереүҙе күҙҙә тота;
5) үҫтерелешле уҡытыу маҡсатсан эшсәнлек. Был ваҡытта бала аңлы рәүештә маҡсаттар ҡуя һәм уларға ижади эшләү аша ирешә;
6) үҫтерелешле уҡытыу уҡыу-уҡытыу мәҫәләләрен шишеү арҡылы тормошҡа ашырыла һ. б.
Дәрестә балалар төркөмдәргә бүленеп эшләйҙәр, баһаны һәр уҡыусы үҙенә үҙе ҡуя, үҙ-үҙен тәрбиәләү планы яҙа. Ялғышһа, хатаһын үҙе төҙәтә. Был концепция буйынса, һәр бала һәр дәрестә үҙ-үҙен еңергә өйрәнә.

Блоклы - модулле уҡытыу. Был уҡытыуҙың уңай яҡтары:
- сағыштырмаса ҙур ваҡыт аралығында (3 дәрес әҙәбиәт) предмет менән тәрәндән шөғөлләнеү;
- модульдың һәр бер өлөшөн тулы бер бөтөн итеп ҡабул итеү;
- алынған белемдәрҙе мөстәҡил фекерләй алыуға ҡулланыу, системалы рәүештә китеп һәм башҡа мәғлүмәт сығанағы менән эшләү күнекмәһе булдырыу;
- үҙ ара мөнәсәбәттәрҙе демократиялаштырыу. Блоклы уҡытыуҙа уҡытыусы контролер түгел, ә уҡыусыларға белем биреүсе;
- белемдәрҙе тикшереү регуляр рәүештә алып барыла, шуға күрә уҡыусыларҙың эшсәнлеге көслөрәк;
- стресс булмауы, сөнки уңай билге әле алдағы этапларҙа ғына алынасаҡ.
Дәрестәр түбәндәге маҡсаттарҙы күҙҙә тотоп бүленә:
1 модуль: материалдың ентекләп әҙерләнгән булыуы. Төгәллек. Лекцияның ҡыҫҡаса яҙылып барыуы уҡыусының аңын дисциплинаға буйһондора. Был шәхесте тәрбиәләүгә этәреү, һәр ваҡыт уйларға мәжбүр итеү.
2 модуль: белемде уҡыусы үҙе ала. Дәреслек һәм тәнҡит мәҡәләләре буйынса мөстәҡил эшләй. Уҡытыусы уларға йүнәлеш кенә биреп тора. Мөстәҡил эҙләнеү эше. Биремдәрҙең конкрет булыуы мөһим.
3 модуль: практик дәрес. Текст менән төрлө практик эш, әңгәмә, художество алымдарын тикшереү. Ҡатлаулы план төзөү. Шиғырҙар уҡыу һәм уларҙы анализлау. Был дәрестең маҡсаты: әҫәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу, яҙыусы ҡуйған проблемалар турында уйлау, геройҙың эске дөнъяһын аңларға тырышыу.

Уҡыусыларҙың үҫеш дәрәжәһенә йоғонто яһаусы инновацион педагогик технологияларҙың эффектлылығы.

Ғөмүми урта белем уҡыусыларҙың фәндәрҙең нигеҙен белеүен, тормошҡа социаль эйәләшеүен тәьмин итә, уларға йәмғиәттә үҙ урындарын табырға булыша. Белем биреү бурыстары мәктәп алдына ҡуйылған максаттарҙың социаль грамоталы йәмғиәт, йәшәргә һәм эшләргә лайыҡлы шәхес формалаштырыуға йүнәлтелгән булыуын билдәләй. Ә шәхес үҙенең гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм бурыстарын, үҙе һайлап алған юлын ғәмәлгә ашырыу ресурстарын һәм алымдарын белергә тейеш. Әлеге маҡсат һәм бурыстарҙы профилле белем биргәндә генә уңышлы ғәмәлгә ашырып була. Был өлкән кластарҙа уҡытыуҙы индивидуалләштереүгә һәм социалләштереүгә, хеҙмәт базаһы ихтыяжын иҫтә тотоуға йүнәлтелгән махсус әҙерлек системаһынан профилле уҡыу-уҡытыуҙың дифференцияләштереү һәм индивидуалләштереү сараһы. Был белем биреү процесының структураһында, йөкмәтһендә һәм уны ойоштороуҙа уҡыусыларҙың мәнфәғәте, һәләте, һәүәҫлеге тулыраҡ иҫкә алына, өлкән класс уҡыусыларына уҡыуҙарын профессиональ мәнфәғәттәре һәм теләктәре нигеҙендә алға табан дауам иттереү өсөн тейешле шарттар булдыра.
Быны ойоштороу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр тәғдим ителә:
- һайлап алыу курстарын ойоштороуҙа кластарҙы төркөмдәргә бүлеү, был уҡытыу процессын индивидуалләштерергә, проект һәм эҙләнеү-тикшеренеү эшсәнлеген тағы ла активыраҡ ҡулланырға мөмкинлек тыуҙыра;
- хәҙерге заман мәғлүмәти һәм коммуникацион технологияларҙы (интернет, СD-дисктарҙы, уҡытыуҙың дистанцион формаларын) ҡулланыу;
Был уңайҙан башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу ҙа йөкмәткеһе һәм уҡытыу формаһы яғынан яңырырға һәм заман ихтыяждарына яуап бирерлек итеп үҙгәртелергә тейеш. Бының өсөн мәғәриф ойошмаларына башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеүсе мәктәптәрҙе (класс һәм төркөмдәрҙе) стандарт дәреслектәр һәм методик ярҙамлыҡтар менән генә түгел, тел һәм әҙәбиәт фәндәренең бөгөнгө ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән өҫтәмә материал менән тәьмин итеүҙе һорай. Белем биреүҙә яңы дәреслектәр ҙә кәрәк буласаҡ. Әҙәбиәт дәреслектәре тураһында әйтелгән ҡайһы бер фикерҙәр:
- әҫәрҙәре менән уҡыусыларҙы уйланырға мәжбүр иткән, уларҙа әхләк сифаттарын тәрбиәләгән бөгөнгө көн авторҙарына ла программала урын бирергә;
- бәйләнешле һөйләм үҫтереү дәрестәре өсөн берҙәм талаптар булдырырға;
- дәреслекләрҙә әҙәбиәт теорияһы тураһындағы материалдарҙы күберәк бирергә;
- төрлө тематика һәм жанрға ҡараған әҙәби әҫәрҙәргә анализ үрнәктәрен киңерәк яҡтыртырға.
Әҙәбиәт өйрәткәндә компьютер ҡулланыу уңай нәтижәләргә килтерә:
-уҡыу материалын аңлатҡанда;
-материалды аңлау өсөн кәрәкле мәғлүмәттәр эҙләү барышында;
-белем һәм күнекмәләрҙе тикшергәндә һәм баһалағанда.
Бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәтен проекттар методы ҡулланып уҡытыу белем биреү процессының нәтижәлелеген арттыра, уҡыусларҙы киләсәк тормошҡа әҙерләй, уҡытыу нәтижәләре өсөн яуаплылыҡты арттыра, белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уята. Шулай уҡ был метод уҡыусыларҙы компьютер менән эшләй белергә, текст процессоры ярҙамында төрлө документтар, график программалар, электрон таблицалар ярҙамында төрлө иллюстрациялар әҙерләргә, программалар төҙөргә, электрон почта менән эшләргә, Интернетты файҙаланырға өйрәтә.
Әҙәбиәт дәрестәрендә презентацияларҙы – MS Power Pointта, тексттар, кроссвордтар, төрлө ҡатлаулыҡтағы тесттарҙы MS EXSEL, Flash, Visual Basic программаларында эшләргә мөмкин.
Һөйләү теле үҫтереү дәрестәрендә ҡулланыу өсөн презентацион программалар бик ҡулай. Power Paint программаһында төрлө эффекттар ҡулланып, уҡыған әҫәргә иллюстрациялар эшләргә, принтер аша сығарып, һәр уҡыусыға бирергә була. Беҙҙең тарафтан күп яҙыусылар ижады буйынса презентациялар төҙөлдө.
Башҡорт әҙәбиәтен өйрәтеүҙең сифат яғынан яңы технологиялар ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың аҫылы – уҡыусы шәхесенә хөрмәт менән ҡарау, уның иреген сикләмәү, уҡытыуҙың етәксе күрһәтмәләренә, һуҡыр бойһоноуға нигеҙләнгән төрөнән алыҫлатыу. Уның урынына үҙ ара аңлашыу, ихтирамлыҡ мөнәсәбәттәре, уҡытыусы менән уҡыусыларҙың демократик, гуманлы, эҙләнеүсән һәм ижади эш стиле булдырыу; инде хәҙер информацияны аңлы рәүештә ҡабул итергә әҙер булған, табиғи һәләтен уңышлы файҙалана белгән, төрлө тормош шарттарында ҡулланылған тәжрибәгә эйә йәш быуын тәрбиәләү.

Йомғаҡлау

Бөгөнгө йәшәйеш ҡатлаулы, тиҙ үҙгәреүсән. Шуның менән бәйле рәүештә мәғәрифтең дә яңы шарттарҙа йәшәргә һәләтле кеше тәрбиәләүҙәге яуаплылығы арта бара. Социаль-тари¬хи һәм мәҙәни процесстың шундай субъекты булып һәр яҡтан камил, рухи яҡтан үҫкән шәхес тора. Ул шул мөхиттә йәшәргә һәләтле булыу менән бергә унда актив эшләү күнекмәләренә лә эйә булырға тейеш. Хәҙерге шарттарҙа «мәғәриф» тигән төшөнсә үҙе лә үҙгәрә башланы. Ул элегерәк мәктәптә уҡытыу процессы менән генә тиңләштерелһә, хәҙер киңерәк мәғәнә ала бара. Хәҙер беҙҙең илдә донья мәғәриф тирәлегенә кереүгә йүнәлтелгән яңы мәғәриф системаһы урынлаша бара. Был эш педагогик фәнгә һәм уҡытыу-тәрбиә процессына һиҙелерлек үҙгәрештәр кертә.Ул түбәндәгеләрҙән тора:
-белем йөкмәткеһе яңы күнекмәләр менән байытыла, мәғлүмәт менән эш итеү һәләте үҫтерелә, белем биреү программалары индивидуалләштерелә, фән һәм ихтисад үҫеше проблемалары ижади хәл ителә;
-мәғлүмәт туплауының ғәҙәти ыҫулдары-телдән һәм яҙма һөйләм, телефон һәм радио элемтәһе компьютер саралары менән алмаштырыла, телекоммуникация саралары бөтә доньяла киң тарала;
-уҡытыусының уҡыусылар менән шәхси йүнәлешле аралашуы-педагогик процесстың мөһим состав өлөшө булып тора;
-шәхесте рухи яҡтан тәрбиәләүгә, кешенең әхлаҡи йөзөн формалаштырыуға ҙур әһәмиәт бирелә;
-белем биреү факторҙарын: мәктәп, ғайлә берҙәмлеген алға табан үҫтерә;
-ижтимағи белем дәрәжәһендәге педагогик технологияларҙы булдырыуҙа фәндең әһәмиәте арта бара.
Педагогик-психологик планда белем биреү технологияләренең төп камилләшеү технологияләре түбәндәгеләргә күсеү менән характерлы:
- үҙләштерелгән белеменең аҡыл үҫешенә ярҙам итеүе;
- уртаса уҡыуға иҫәпләнгән программаларҙы дифференцияләшкән һәм индивидуалләштерелгән уҡытыу программалары итеп үҙгәртеп ҡороу.
Бөгөнгө мәғәриф системаһында вариативлыҡ принцибы киң тарала бара. Педагогик процессты теләһә ниндәй модель (авторлыҡ программалары) буйынса ла һайлап алыу мөмкинлеген тыуҙыра. Мәғәрифтең алға табан үҫеше нәҡ бына ошо йүнәлештә алып барыла: уның йөкмәткеһенең төрлө варианттары төҙөлә; мәғәриф структураларының нәтижәлелелеген арттырыуҙа хәҙерге заман дидактикаһының мөмкинлектәре файҙаланыла; яңы идея һәм технологиялар фәни һәм ғәмәли нигеҙләнә.
Бындай шарттарҙа уҡытыусыға хәҙерге замандың күптөрлө инновацион технологияларына, идеяларға йүнәлеш тоторға кәрәк. Бөгөн педагогик яҡтан грамоталы белгес булыу өсөн яңы педагогик технологияларын белеү һәм уларҙы нәтижәле файҙаланыу һорала.

Ҡулланылған әҙәбиәт
[1]Ғималова М.Ғ. Урта мәктәптәрҙең IV-XI кластарында башҡорт әҙәбиәте уҡытыу методикаһы. - Өфө, 1982. – 74-се бит.
[2]Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. - Өфө, НМЦ „Педкнига” , 2008. – 15-17-се биттәр.
[3] Интернет селтәре
[4] Ф.Ишбирҙина. Һәләтле балалар менән эшләү тәжрибәһенән. “Башҡортостан уҡытыусыһы”. №1, 2005 й.
[5] Ҡ. Мортазин. Әҙәбиәт дәрестәрендә яҙма ижади эштәр. “Башҡортостан уҡытыусыһы”. №8, 2005 й.





Мы будем благодарны если Вы поделитесь ссылкой


Загрузка материала будет доступна через 10 секунд ...
Категория: Выступления | Добавил: Fkmahtnjdyf | Теги: башкирский язык, выступление, Родной язык
Просмотров: 2122 | Загрузок: 41 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Другие материалы по теме
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Партнер сайта

Банк Интернет-портфолио учителей
УчМаг

Наша кнопка
Поиск по сайту

Онлайн

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0