Приветствую Вас Гость
Форма входа
Сертификат

Сертификат о публикации

Родной язык, литература - Планирование


Главная » Предметы » Родной язык, литература » Планирование


Планирование «Рабочая программа по башкирскому языку"», Родной язык (башкирский язык), 2 класс

Планирование «Рабочая программа по башкирскому языку"», Родной язык (башкирский язык), 2 класс.

Автор: Садикова Айгуль Альфретовна

АҢЛАТМА ЯҘЫУ
2 -се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теленән программаһы (2008) нигеҙендә, шулай уҡ:
-”Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 310089 бойороғо менән 5.03.2004 й.раҫланған “ дәүләт белем биреү стандартының Федераль компонентына һәм ”Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 1312 бойороғо менән 9.03.2004 й.раҫланған “ Федераль базис белем биреү планына,
- “Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 737 бойороғо менән 17.05.2010 й.раҫланған “ региональ базис белем биреү планына, -Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһы ҡала округының 15-се урта дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 2010-2011 йыылға уҡытыу программаһына, -Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Рус мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле дәреслегенә тура килтереп төҙөлдө.
Эш программаһы стандарттың йөкмәткеһен аса, деталләштерә.
Эш программаһы 4 бүлектән тора:
1. Аңлатма яҙыу
2. Тематик план
3. Уҡыусыларға ҡуйылған талаптар
4. Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен предмет булараҡ уҡытыуҙың төп характеристикаһы.

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.
Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра.
1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, тыуған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.
Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында » законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Концепцияла әйтелә: « Ҡайһы ғына проблеманы алма:
Уҡытыусылар әҙерләүеме, программалар һәм дәреслектәр яҙыуымы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүеме- барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк». Былар түбәндәгеләр:
1. башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар;
2. башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;
3. башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.
Был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.
Бындай мәктәпәтрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:
1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
2. Башҡорт теле- балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙвң тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
3. Башҡорт телен туған теленә таянып өйрәнеү.
4. Башҡорт телен тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан күп кенә рус мәктәптәрендә, шулай уҡ республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында быға тиклем татарса уҡытып килгән мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу индерелде. Ата-әсәләр ҙә үҙ балаларының туған телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү зарурлығы менән ҡыҙыҡһына башланы.
Мәктәптә башҡорт теленә өйрәтеү «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI синыфтары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа» һына нигеҙләнеп төҙөлә.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
Үрҙә әйтелгән типтағы мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәнгеләрҙән тора:
1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте,сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренкле шәхестәре, тыуған илдең тәбәғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Башҡорт теленән II синыф өсөн тематик план.
№ ТЕМА Сәғәт
һаны Контроль эштәр
1. Тыуған Башҡортостан 1
2. Ҡабатлау 5
3. Һаумы, мәктәп! 4
4. Мәктәп баҡсаһы 2
5. Беҙҙең синыф 4 1
6. Ғаилә 4
7. Аҙыҡ-түлек 7 1
8. Ҡайҙа? Ҡайҙан? 3
9. Нимә менән? 2
10. Һанай беләһеңме? 3
11. Кейем-һалым 6 1
12. Уйындар, уйынсыҡтар 3
13. Һөнәрҙәр 5
14. Тән өлөштәре 5 1
15. Еләк-емеш, йәшелсә 4
16. Таҙалыҡ 2
17. Көн тәртибе 6 1
18. Уйындар 2
19. Барыһы 68 5

2-се класты тамамлаған уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:
1.Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу:
- Уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу:
- Иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү,ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау:
- Текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү.
- ишеткәндәр, башҡарған эштәр, күҙәтеүҙәр буйынса һөйләү:
- һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү:
- диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү:
- үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү:
- башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.
3.Уҡыу
- тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу
- поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу:
- уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү:
- текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.
4. Яҙыу.
- хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу:
Ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу:
Шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу:
- ныҡлы әҙерлектән һуң программала күрһәтелгән нормалар күләмендә диктант яҙыу.

Әҙәбиәт:

1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Н.С.Бикбова. Башҡорт теле: уҡытыу рус телендә алып баоылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн дәреслек.- Төҙәтелгән, 4-се баҫма.-Өфө: Китап, 2009.- һүрәттәре менән 136 бит.
2. Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн.Төҙөүселәре: 1-4 кластар өсөн Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., 5-11 кластар өсөн Ғабитова З.М., Усманова М.Г. Ижевск: издательство «КнигоГрад», 2008.-120 бит
3. Абуталипова Р.Ә. Йәш уҡытыусыға ярҙамға.Башланғыс мәктәптә башҡорт телен уҡытыу буйынса методик ҡулланма.-Өфө: Китап, 2003.-100 бит.
4. М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова Күңелле минуттар.Физкультура минуттары өсөн шиғырҙар/ 2-се баҫма.-Өфө:Китап.2010-52 бит.
5. Исламғолова Ы.Ә., Толомбаев Х.А. Башҡорт теленән дидактик материал. Уҡытыусыға ҡулланма.-Өфө: «Китап», 1996.- һүрәттәре менән 192 бит.
6. Сәлихова М.Т., Шафиҡова С.Х. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. 1-4 синыф уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.-208 бит.
7. Сәләм, Башҡортостан! Hello? Bashkortostan! Привет, Башкортостан! Башкирско-англо-русский разговорник. / Зайнуллина Л.М. – Уфа: Китап, 2000.-544 с.
8. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма.1-2-се кластар. - Өфө:Китап, 2008. - 120 бит.
9. Х.А.Толомбаев, М.С. Дәүләтшина, Абыҙгилдина Н.С. уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се синыфы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.1-2 синыфтар өсөн диктанттар, изложениелар,ижади һәм контроль эштәр.Уҡытыусы өсөн ҡулланма.-Өфө: Китап, 2002.-64 бит.
10. Толомбаев Х.А., Нәбиуллина М.М. Икенсе синыфтың «Башҡорт теле» дәреслегенә методик кулланма.-Өфө: Китап. 2003.-112 бит.
11. Шарапов И.Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү.- Өфө:Китап, 2008.- 96 б.





Мы будем благодарны если Вы поделитесь ссылкой


Загрузка материала будет доступна через 10 секунд ...
Категория: Планирование | Добавил: Fkmahtnjdyf | Теги: 2 класс, Родной язык, башкирский язык, планирование
Просмотров: 5310 | Загрузок: 269 | Рейтинг: 4.0/1
Всего комментариев: 0
Другие материалы по теме
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Партнер сайта

Банк Интернет-портфолио учителей
УчМаг

Наша кнопка
Поиск по сайту

Онлайн

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0