Приветствую Вас Гость
Форма входа
Сертификат

Сертификат о публикации

Родной язык, литература - Планирование


Главная » Предметы » Родной язык, литература » Планирование


Планирование «Рабочая программа по башкирскому языку», 2 класc

Планирование «Рабочая программа по башкирскому языку», 2 класc.

Автор: Фаршатова Альфия Анваровна

Рабочая программа для 2 класса по учебнику Тулумбаева Х.А.,Давлетшиной М.С. ,Киньябаевой Н.Н., Гиниятуллиной Ф.М. Программа расчитана на 1 час в неделю (34 часа в год).

Аңлатма яҙыу
Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Төҙөүсеһе : Фаршатова Әлфиә Әнүәр ҡыҙы
Дәреслек: Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғиниәтуллина Ф.М.,Кинйәбаева Н.Н. Башҡорт теле : Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек.
Программа кимәле : базис
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.
М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Дәреслек: Толомбаев Х.А.,Дәүләтшина М.С.,Ғиниәтуллина Ф.М.,Кинйәбаева Н.Н. Башҡорт теле : Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен 1-се йыл өйрәнеүсе 2-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек .
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Яңауыл ҡалаһы 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла .
Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:
1.Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.
2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.
3.Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3
4.”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)
5.”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3
6.Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730
Башланғыс кластарҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың интегратив маҡсатын уҡыусыла элементар коммуникатив компетенция формалаштырыу тәшкил итә.
Элементар коммуникатив компетенция – уҡыусының типик ситуацияларҙа телдән һәм яҙма рәүештә башҡорт теле саралары ярҙамында аралашыуға әҙерлеге һәм һәләте. Шулай итеп, башланғыс кластарҙа башҡорт телен уҡытыуҙың түбәндәге маҡсаттарын билдәләп була:
1) башланғыс класс уҡыусыһының телмәр мөмкинлектәрен һәм ихтыяждарын иҫәпкә алып телдән (тыңлап аңлау һәм һөйләү) һәм яҙма (уҡыу һәм яҙыу) рәүештә аралашыу оҫталығын формалаштырыу;
2) уҡыусыларҙы башҡорт балалар фольклоры һәм нәфис әҙәбиәт үрнәктәре менән таныштырыу; башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү;
3) башланғыс класс уҡыусыларының телмәр, интеллектуаль һәм танып белеү һәләтен һәм уҡыу оҫталығын үҫтереү; башҡорт телен артабан үҙләштереүгә мотивация булдырыу;
4) башҡорт теле саралары ярҙамында уҡыусыны тәрбиәләү һәм уның төрлө яҡлы үҫешенә булышлыҡ итеү.
«Башҡорт теле» предметының эшмәкәрлекле характеры донъяны бөтөн, эмоциональ һәм актив ҡабул итеүсе башланғыс класс уҡыусыһының тәбиғәтенә тап килә.
Эш программаһы стандарттың йөкмәткеһен аса, деталләштерә.
Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары һәм бурыстары :
1) Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлеген, уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, телмәр күнекмәләрен булдырыу. 2) Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына. 3) Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу. 4) Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү. 5) Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.





Мы будем благодарны если Вы поделитесь ссылкой


Загрузка материала будет доступна через 10 секунд ...
Категория: Планирование | Добавил: Альфия | Теги: 2 класc, башкирский язык, рабочая программа, планирование
Просмотров: 1343 | Загрузок: 285 | Рейтинг: 3.0/2
Всего комментариев: 0
Другие материалы по теме
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]
Партнер сайта

Банк Интернет-портфолио учителей
УчМаг

Наша кнопка
Поиск по сайту

Онлайн

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0